ЭСКЕЛЕК Ҡәһәр генә һуҡһын эскелекте, Ләғнәт кенә төшһөн үҙенә. Ул бит бөгөн ҡара әжәл булып, Ҡарап тора халҡым күҙенә. Емтек көҫәп, осҡан ҡоҙғон кеүек, Берәм-һәрәм сүпләй башҡортто. Милләт өсөн килгән был афәттең Сәбәптәрен эҙләп баш ҡатты. Кескәй инем әле, ҡунаҡтабыҙ. Бөгөнгөләй минең хәтерҙә. Өлкәндәрҙең көсләп эсереүе Күҙ алдында тора хәҙер ҙә. - Йә, хужаның һаулығына бер тот,- Ҡатын-ҡыҙҙы ҡыҫтай ир-аттар. Буҙа, ҡымыҙ түгел, араҡылар, Йылға булып аға шараптар. Һәр йомала тағы бер машина Килеп туҡтай кибет янына. Буш шешәләр тулған йәшниктәрҙе Ауылдаштар тейәй яңынан. Һалдат оҙатыуҙар, тыуған көндәр, Һуғым ашы, бәпәй туйҙары, Сәсеү батырҙарын данлар өсөн Үткәрелгән һабантуйҙары. Бөтә ерҙә, табындарҙы йәмләп, Ялтырашып тора "аҡбаштар". Эстек ауыл менән, бар ил менән, Булмаһаҡ та әле алкаштар. Яңы быуын сабыйҙары тыуҙы, Араҡыны татып ҡарында. Сәңгелдәктә ята бәпәйҙәре. Ата-әсә уның янында, Ә көмөшкә инде табында... Әле килеп иҫ-аҡылдар етмәй, Шул ағыуҙан халҡым ҡырыла. Нимә сәсһәң, шуны ураһың шул, Яман шеш тә бер көн ярыла. - Нисегерәк үлгән? - Аҫылынған. - Белмәйһеңме ниңә? - Эскән булған. - Бигерәк тә йәш ине бит үҙе... - Күрәһеңдер, ул йәшәүҙән туйған... Эй, Хоҙайым, ошо һөйләшеүҙе Ишетмәһә ине ҡолағым. Башҡорттарҙың кәмегәнен күреп, Ғәрлегемдән килә илағым!.. Ҡоролтайҙа шундай һандар булды: Алты егет тик бер Сәксәйҙә Аҫылынған. Бындай вәхшилектәр Юҡтыр хатта бөтә Рәсәйҙә. Эскән килеш машинала осҡан, Һыуға батҡан - айыҡ булмаған. Спирт менән бахыр ағыуланған, Утыҙы ла әле тулмаған... Һиҙелмәй ҙә китә йәштәребеҙ, Әсәләрҙең сәсен ағартып. Алһыу йөҙөн мәңге ҡарайтып, Тик бер көндә уны ҡартайтып. Ҡоростандыр әсә йөрәге лә, Шул ҡайғынан нисек ярылмай. Ҡороп ҡына китһен был эскелек!!! Әжәлдәрҙән дарыу табылмай. Эй башҡортом - минең милләттәшем! Онотмайыҡ ғүмер уҙғанын. Араҡы һәм көмөшкәне түгел, Беҙ тотайыҡ ҡымыҙ, буҙаны. Онотмайыҡ шуны: йәшәр өсөн Килгәнбеҙ бит бары ҡунаҡҡа. Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, - ти мәҡәл, Аңлатайыҡ шуны халыҡҡа. Көмөшкәсе ҡулы тартышһасы!!! Һатҡан саҡта ошо хәмерҙе. Тағы ла бер ауылдашына ул, Үҙе теләп, ҡаҙа ҡәберҙе... Айыҡ ауыл булып йәшәйексе, Башҡорттарым минең, яҡташтар! Бары ирек һөйгән милләтемде Ҡырмаһындар ине "аҡбаштар"!!! Ҡәһәр генә һуҡһын эскелекте, Ләғнәт кенә төшһөн үҙенә!!! Ул бит бөгөн ҡара әжәл булып, Ҡарап тора халҡым күҙенә... © Зилә Ғәйетҡолова

Теги других блогов: башҡорт милләт эскелек