Мөбәрәк булһын Рамаҙан!
Быйыл рамаҙан айы 2 апрель башлана һәм теүәл бер ай – 2 майға тиклем дауам итә. Әммә Ислам календарендә көн ҡояш байығандан һуң башлана, тип иҫәпләнә. Тимәк, ураҙа айына бөгөн, 1 апрель кис инәбеҙ һәм беренсе тәрәүих намаҙын уҡыйбыҙ.
Ураҙа тотоуҙың да үҙ тәртибе бар. Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр ашын тамамлап, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына: “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Нәүәйтү ән әсумә саумә шәһри Рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи Тәғәлә. Аллаһү әкбәр!”
Мәғәнәһе: “Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап ҡояш батҡанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ – Бөйөк”.
Ә кисен ҡояш байығас, ауыҙ асҡанда ошо доға уҡыла: “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли йәғәффәрү мә ҡаддәмтү үә мә әххартү”.
Мәғәнәһе: “Эй, Аллаһ! Һиңә генә иман килтерҙем, Һиңә тәүәкәл иттем, Һинең ризалығыңды өмөт итеп ураҙа тоттом, Һинең ризығың менән ауыҙымды астым. Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа”.
Был изге айҙа йәстү намаҙынан һуң тәраүих намаҙы уҡыла. Уны мәсеттәргә йыйылып уҡыу бигерәк тә сауаплы.