Саҙаҡа тураһында бик күп хәҙистәр бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙенең яҡындарына ла, дуҫтарына ла, өммәтенә лә саҙаҡа бирергә өндәп кенә торған: 'Ярты финик емеше биреп булһа ла, үҙеңде йәһәннәмдән һаҡла ", - тигән ул ҡатыны Ғәйшәгә (Аллаһ унан риза булһын). Был ярты емеш биреү ҙә етә тигәнде аңлатмай әлбиттә, ә ашарына бер генә финик емеше ҡалған хәлдә лә, шуның яртыһын ашарына бөтөнләй булмаған кеше менән бүлешеп, Аллаһ ризалығына ирешергә өндәп әйтелгән һүҙҙәр. Кеше үлгәс, уның бөтә ғәмәлдәре лә өҙөлә, был донъяла йыйған бар байлығы, ятып ҡала, ул үҙе менән бер нәмәһен дә, бер кемен дә бергә ала алмай, хатта иң яҡын, иң ғәзиз кешеләре лә уның эргәһендә ҡалмай. Илай-илай нисәлер көн, ай иҫтәрендә тотһалар ҙа, ваҡыт үтә килә күнәсәктәр. Ҡәбергә уның менән был донъяла йәшәгән ваҡытта эшләп киткән изге эштәренең, ҡылған намаҙҙарының, уҡыған Ҡөрьәненең, таратҡан саҙаҡаларың сауаптарын ғына бергә ала аласаҡ. Улар ғына уның менән буласаҡ. Һәм тағы ла уның ғәмәлдәренә өҙлөкһөҙ сауап өҫтәп тора торған өс нәмә буласаҡ был ер өҫтөндә, улар
: өҙлөкһөҙ, дауамлы саҙаҡа, файҙалы ғилем һәм уның өсөн доға ҡылып торған бала. Өҙлөкһөҙ, дауамлы саҙаҡа тип мәсет төҙөү йәки төҙөүҙә ярҙам итеү, кемгәлер Ҡөрьән китабы бүләк итеп, Ҡөрьән уҡырға өйрәтеп ҡалдырһа, ул уҡып торһа, ҡойо ҡаҙып кешеләр унан ҡулланһа, балаһы уның өсөн доға ҡылып, Аллаһтан ярлыҡау һорап торһа, сауаптары изге нур булып барып ҡына торор. Изге Рәжәб айының яртыһынан күберәк өлөшө үтеп тә китте. Бик күп сауаптар килтерә торған был көндәрҙе тулыһынса ҡулланып ҡалайыҡ, икенсе Рәжәб айына тиклем әллә бар ғүмеребеҙ әллә юҡ, бер Аллаһ белә. Йома һайын саҙаҡалар бирәйек, Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн.
Райондың иң ҙур мәсете -
"Фурҡан" мәсете төҙөлөшөнә аҡсалата ярҙам итергә теләүселәр +7 927 312-28-63 номерына бәйләнгән сбербанк картаһына аҡса күсерә ала (Клара Абдулла ҡыҙының исемендә) йәки 89273181493 номерына бәйле картаға ла күсерергә мөмкин. (имам-мөхтәсиб Хәсән хәҙрәт Әхтәм улы). Был изге эштә бәләкәй генә булһа ла ҡатнашлығын һалған һәр кемгә
Аллаһ Тәғәлә сауаптарын насип итһен, ғаилә именлеге, бәрәкәтле, иманлы ғүмер яҙһын.