🕌 Мөбәрәк булһын Рамаҙан!🌙
Бөгөн 22 март ҡояш байыу менән Изге Рамаҙан айы башлана һәм 29 көн дауам итә.
Ураҙаның беренсе көнө - 23 март, һуңғы көнө - 20 апрель.
21 апрель бөйөк Ураҙа байрамы буласаҡ.
Ураҙа тотоуҙың да үҙ тәртибе бар. Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр ашын тамамлап, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына: “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Нәүәйтү ән әсумә саумә шәһри Рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи Тәғәлә. Аллаһү әкбәр!”
Мәғәнәһе: “Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап ҡояш батҡанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ – Бөйөк”.
Ә кисен ҡояш байығас, ауыҙ асҡанда ошо доға уҡыла: “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли йәғәффәрү мә ҡаддәмтү үә мә әххартү”.
Мәғәнәһе: “Эй, Аллаһ! Һиңә генә иман килтерҙем, Һиңә тәүәкәл иттем, Һинең ризалығыңды өмөт итеп ураҙа тоттом, Һинең ризығың менән ауыҙымды астым. Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа”.
Был изге айҙа йәстү намаҙынан һуң тәраүих намаҙы уҡыла. Уны мәсеттәргә йыйылып уҡыу бигерәк тә сауаплы.