💫💫💫💫💫💫💫💫💫💫💫💫💫💫💫
Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү.
Изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын. Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоусыларға сауаптарын насип итһен.
27 апрель көнө балалар араһында Ҡөрьән аяттарын ятлау буйынса "Иман нуры" конкурсы үткәреләсәк.
КОНКУРС ШАРТТАРЫ:
_ Конкурста 4 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша. Йәш категориялары:
I. 4 - 8 йәшлектәр ("әл - Ғаср" - "ән - Нәс")
II. 9-12 йәшлектәр. ("әш - Шәмс" - "ән - Нәс")
III. 13 - 16 йәшлектәр. ("ән - Нәбә -"ән- Нәс")
Һәр категорияла еңеүселәр ( 1; 2; 3 урын) билдәләнәсәк;
💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥
Күптәрҙең һорауҙары буйынса аңлатма: 8 йәшкә тиклемге бала Ҡөрьән Кәримдән "Ғаср" (103) сүрәһенән" Нәс "(114) сүрәһенә тиклемге сүрәләрҙең нисәүһен булһа ла ятлап килә. Бөтәһен дә ятлаһа, тағы ла яҡшы. Шулай уҡ Ҡөрьәнде асыусы 'әл-Фәтиха" сүрәһен дә ятларга мөмкин.
💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥💥
- Үҙе менән таныштырыу (1 минут)
- Ятлап килгән сүрәләрҙең исемен ҡағыҙға яҙып алып килеп, жюриға тапшырырға һәм уларҙың әйткән Сүрәне ятлап ишеттерергә кәрәк.
_ Ҡатнашыусының шәриғәт ҡушыуы буйынса кейемдә булыуы мотлаҡ.
Тәджүид ҡағиҙәһенә ярашлы, дөрөҫ итеп ятлауға ҙур иғтибар ителәсәк.
Һәр йәш категорияһында еңеүселәр билдәләнәсәк. Еңеүселәрҙе һөйөнөслө бүләктәр көтә
Ҡатнашырға теләүселәрҙән 24 апрелгә тиклем заявкалар ҡабул ителә.
Заявкалар өсөн телефондар:
89173433810 (ватсапҡа яҙырға). Шылтыратып әйтергә лә мөмкин.